Мәрйәм Бураҡаеваның халыҡ педагогикаһына нигеҙләнгән программаһына ярашлы, ҡыҙҙар, малайҙарҙың һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, Башҡортостаныбыҙ тарихын, мәҙәниәтен өйрәнәләр. Лагерҙа көн дә мауыҡтырғыс саралар ойошторола. Ял итеүселәр тәүге көндәрҙә ырыу билдәләре, йырҙар, гимнды өйрәнеп, «Йәйләү»ҙе асыу тантанаһын матур итеп уҙғарып ебәргән. «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосы буйынса конкурс, төрлө билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, саф һауала уйындар – барыһы ла онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған. Райондың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәттәргә лә сыҡҡандар.
«Йәйләү» лагерында ял итеүсе балалар менән эшләүгә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусылары ла йәлеп ителгән. Филология фәндәре кандидаты, педагогика факультетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмерханова үҙе менән таныштырып үткәс, уҡыу йорто һәм белем биреү йүнәлештәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләгән. Йәш быуынға патриотик һәм рухи-әхләҡи тәрбиә биреү буйынса һөйләшеү ҙә ойошторолған. Илһөйәр, телһөйәр балалар үҙҙәре лә уй-фекерҙәре менән бүлешкән. Дәрестәрҙә ер-һыу атамаларының легендалары, башҡорт ырыуҙары, уларҙың эске бүленеше, халҡыбыҙҙың боронғо йолалары, дини байрамдар буйынса ла белем туплағандар.
Балаларҙың кәйефенә ҡарағанда ялдары шәп үткәне күренә.
– Миңә бигерәк тә тыуған яҡты өйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәре Айҙар Рәйес улы Мәжитов менән осрашыу оҡшаны. Ул беҙгә төрлө реконструкциялар тураһында һөйләне, «Төньяҡ амурҙары»ның хәрби кейемдәрен күрһәтте. Үҙемә күп яңылыҡтар астым, – ти Аҡъярҙан ял итергә килеүсе Сәлим Ғөбәйҙуллин.
Гөлсибәр Иҫәнгилдина Иҫәнгилде ауылынан икән.
– Бында шул тиклем күңелле! Төрлө осрашыуҙар үткәрелә. Әйҙәүселәребеҙ ҙә һәйбәт. Әбеш ауылының оҫталары Аҡсәскә апай Әбделмәнова, Аҡъярҙағы 1-се мәктәптә уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, әлеге көндә атай нигеҙенә ҡайтып йәшәүсе Хәтирә Зыя ҡыҙы Ишемғолова менән осрашыу ҡыҙыҡлы. Улар халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәре менән таныштырҙы, түшелдерек, ҡашмау хаҡында һөйләне. Үҙемә күп яңы дуҫтар ҙа таптым, – ти ул.
Татырүҙәктән Лиана Сыңғыҙова ла бик шат. Ул «Йәйләү» лагерында беренсе тапҡыр ял итә.
– Йылайыр районында урынлашҡан Ҡаҙырша ауылына сәйәхәткә барҙыҡ. Уның эргәһендәге пәйғәмбәрҙең эҙҙәре ҡалған ташты күрҙек, легендаһы менән таныштыҡ. Ауылдың мәсетенә инеп, үҙебеҙгә һәм туғандарыбыҙға теләктәр теләнек. Был изге урынға 150 йыл икән.
Йылайыр һәм Һаҡмар йылғалары ҡушылған ерҙә ял да иттек, һыу инеп, тамаҡ ялғап та алдыҡ. Бүре һәм Вәзәм ауылдарын күреп ҡайттыҡ. Сәйәхәт бик ныҡ оҡшаны, – ти ҡыҙ.
Уға Йәнтеш ауылынан Гөлнәфис Хилажева ла ҡушыла.
– Лагерҙа бер көнөбөҙ ҙә бушҡа үтмәй. Дәрестәр ҙә була. БДУ-ның Сибай филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлкәй Сәмерханова беҙгә башҡорт халыҡ ижадында тыйыуҙар, йолалар тураһында һөйләне. Уны барыбыҙ ҙа йотлоғоп тыңланыҡ. Дәрестәрҙән тыш, дискотекалар ҙа күңелле үтә. Тиҫтерҙәрем менән үҙ-ара башҡортса һөйләшәбеҙ. Барыһы менән дә дуҫлашып алдым. Мине бында ебәргәне өсөн синыф етәксебеҙ Гөлдәр Рәшит ҡыҙы Арыҫлановаға һәм лагерҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, – ти ул.
Бына шулай үтә «Йәйләү»ҙә ял итеүселәрҙең көндәре. Бында алған тәьҫораттар күңелегеҙҙә матур хәтирәләр булып, оҙон-оҙаҡ һаҡланһын, тиҫтерҙәрегеҙ менән дуҫлыҡ ептәре киләсәктә лә дауам итһен ине.
Г. РАМАҘАНОВА.