Балаларҙы физик һәм рухи яҡтан сыныҡтырыу, үҙтәрбиә менән шөғөлләнеүгә нигеҙ һалыу, уның булмышында, аңында тәбиғәттән бирелгән, быуындан-быуынға күсә килгән һәләтен асыу йәһәтенән төрлө йүнәлешле түңәрәктәр ойошторҙоҡ. Һәр кем күңеленә оҡшаған шөғөлдө таба алды. «Кәйеф йәйғоро»нда балалар менән педагог-психолог шөғөлләнһә, «Тылсымлы ҡағыҙ» тигәнендә оригами техникаһын ҡулланып, төрлө ҡул эштәре нескәлектәренә өйрәнделәр. «Креатив ҡул эштәре» түңәрәге лә бик мауыҡтырғыс булды, йомшаҡ һәм ялбыр материалдар ҡулланып, уйынсыҡтар эшләнеләр. «Тылсымлы бумала»ла һүрәт төшөрөүҙә төрлө ысулдар барлығын, «Шаян туп»та футбол, донъяның шәп футболсылары тарихын, уйнау алымдарын белделәр. «Еҙ үксә»лә зифа буйлы ҡыҙҙарыбыҙ бейеү оҫталығын арттырһа, «Домисолька»ла йыр серҙәренә төшөндөләр. «Отҡор айтишниктар» түңәрәгендә буласаҡ инженерҙар төрлө технологиялар ҡулланып, инженерия өлкәһен үҙләштерҙе.
Лагерҙа ял итеүсе балаларҙың һәр сәғәте файҙалы ла, күңелле лә, мауыҡтырғыс та үтһен өсөн райондың төрлө ойошмалары менән хеҙмәттәшлек алып барҙыҡ. Был йәһәттән балалар китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, янғын һүндереү, полиция, мәҙәниәт, ЮХХДИ бүлектәре ярҙам итте.
Һуңғы йылдарҙа райондың төрлө эшҡыуарҙары менән хеҙмәттәшлек итеү ҙә йолаға әйләнде. Балалар «Йомарт» магазинының стенаһына «Күңелле бала саҡ» тигән граффити төшөрөп, шәхси эшҡыуарҙан төрлө тәмлекәстәр алып ҡыуанды. Ял итеүселәргә «Күстәнәс» ҡамыр аштары бешереү цехына экскурсияға барыу ҙа бик оҡшаны, осрашыу аҙағында оҫталыҡ дәресе күңелдәренә хуш килде.
Тарихты өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бүлеп, райондың төрлө тәбиғәт ҡомартҡыларына экскурсиялар ойошторҙоҡ. Степной ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡайын-ҡабаҡта булдыҡ. Бында мезозой эраһына ҡараған диңгеҙ ҡатламдарының уникаль өлгөләре һаҡлана. Меңйәшәр ҡарағас Юлбарыҫ ауылынан 5 саҡрым алыҫлыҡта үҫә. Бөгөн ул Көньяҡ Уралдың иң оло ағасы һанала. Таштуғай тауҙары, Йомортҡалы күле, Аҡъяр тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәйәхәт тә уҡыусылар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Түңәрәктәрҙән, төрлө сараларҙан арып-талып, асығып та өлгөргән балалар лагерь ашханаһында махсус төҙөлгән меню буйынса файҙалы ла, витаминлы ла ризыҡтар менән һыйланды.
Эйе, йәйге матур мәл бик тиҙ үтә. Шуға күрә ошо ваҡытта балаларҙың сынығып, һаулығын нығытып, яңы уҡыу йылына көс-дәрт йыйып килеүҙәрен теләйбеҙ.
Дилбәр ИСҠУЖИНА,
директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.
Хәйбулла районы,
Аҡъярҙағы 1-се мәктәп.