

Тимәк, гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ килһә, йәһәт кенә почтальон янына йүгерегеҙ. Хәҙер рәхәт: «Йәншишмә»гә өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ һылтанмаһына инегеҙ.Әгәр ҙә гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, уның хаҡы күпкә арзаныраҡ: ярты йылға – ни бары 342 һум ғына, ә бер йылға – 583 һум. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк.Гәзиттең ҡағыҙҙа баҫылғанына «Рәсәй почтаһы»ның сайты аша ла яҙылып була. Был осраҡта https://podpiska.pochta.ru/press/П2765 адресы буйынса инергә кәрәк.
«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 90 һум 79 тин,ярты йылға – 544 һум 74 тин. Индексы – П2765.Бер йылға яҙылыу хаҡы – 1 014 һум 73 тин.Индексы – П3371.
Шуны алдан иҫкәртәбеҙ: «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашыу өсөн гәзитебеҙгә ярты йылға йәки бер йылға яҙылыу мотлаҡ. Яҙылыу квитанцияһының күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның yanshishma@yandex.ru электрон почтаһына ебәреү етә.Ә бүләктәр шәп! Төп приз – велосипед!