+12 °С
Облачно
VKOKTelegram

Луизаға ла «Йәншишмә» килә башлаясаҡ!

Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең I синыф уҡыусыһы Луиза Кәримова йәйге каникул көндәре еткәнен түҙемһеҙлек менән көтә. Уҡыуҙан ялығып киткән икән был ҡыҙ тип, уйлай күрмәгеҙ тағы. Һис кенә лә улай түгел. Йәйгеһен өйҙәренә «Йәншишмә» гәзите килә башлаясаҡ бит! Шуны көтә ул! Рәхәтләнеп уҡып кинәнер инде.

Ул ғына ла түгел, Луиза гәзитебеҙ үткәргән «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ла ҡатнаша! Кем белә, бәлки, төп приз — велосипедты ла эләктерер әле. Бәхет эше бит ул! Башҡа бүләктәр ҙә шәп!

Дуҫтар, һеҙ ҙә уйында ҡатнашығыҙ! Бының өсөн бары тик «Йәншишмә» гәзитенә икенсе йыллыҡҡа яҙылып, квитанцияғыҙҙы беҙгә ебәрергә кәрәк! Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тиҙәр бит!

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас