-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
30 Июль 2021, 12:00

Өйөндә лә, йөҙөндә лә ҡояш

«Күрҙем ҡарға, төштө ҡарға, тора ҡарға аҡ ҡарҙа, шул ҡарғаны күрер өсөн ҡарға йыйылған ҡарға».«Үгеҙегеҙ үҙегеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙегеҙҙеке, үгеҙегеҙҙең мөгөҙөн үҙегеҙ һындырғас, үгеҙегеҙҙән күрмәгеҙ, үҙегеҙҙән күрегеҙ».Ошондай «тел һындырырлыҡ» тиҙәйткестәрҙе башҡа милләт балаларына түгел, башҡорт уҡыусыларына ла әйтеүе еңел бирелмәй. Ә Фәниә Шәғәли ҡыҙы Шаһыбалова мордва ауылында белем алыусыларға шуларҙы өйрәтә. Бының менән ул башҡорт теленең мөмкинлектәре ни тиклем киң һәм бай икәнлеген күрһәтергә теләй.

Өйөндә лә, йөҙөндә лә ҡояш
Өйөндә лә, йөҙөндә лә ҡояш

– Мин грамматик ҡағиҙәләргә ҡарағанда һөйләш теленә нығыраҡ иғтибар итергә тырыштым. Һәр өндө, хәрефте дөрөҫ әйтеүҙәрен талап иттем, – тип хәтерләй хә­ҙер хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Шишмә районында үткән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында Енғалыш уҡыусыларының шул тиклем матур итеп башҡортса һөйләшеү­ҙәрен ишеткән жюри ағзалары башта уларҙы башҡорт мәктәбенән килгән икән тип уйлай. Ә инде мордва бала­ларының шулай сығыш яһа­ғанын белгәс, аптырауҙары­ның сиге булмай. Шуға ла башҡаларға өлгө итеп күрһә­тер өсөн енғалыштарға I урын бирәләр.
«Урал батыр» бәйгеһендә лә 1 мең 600 юл ятлаған татар ҡыҙы сығыш яһағанда мордва уҡыусыһы ҡумыҙҙа уйнап тора. Был һөнәргә лә балаларҙы уҡытыусы Фәниә Шәғәли ҡыҙы өйрәтә. Ул йәш ҡумыҙсылар хаҡында бер нисә йыл элек беҙҙең «Йәншишмә» гәзитендә лә, «Панорама Башкортостана» журналында ла фотолары менән мәҡәлә баҫылып сыҡты.
Һәр өн, һәр хәрефте дөрөҫ әйтер өсөн Фәниә Шәғәли ҡыҙы уйын алымдарын ҡуллана, миҫалдар уйлап сығара. Мәҫәлән, йүгергәндә хәлегеҙ бөтһә, «оһ», «ыһ» тип әйтәһегеҙ бит, тимәк, һеҙ «һ» хәрефен дә әйтә ала­һығыҙ, ти. «Ғ» хәрефен тамаҡ сайҡағанда ғырылдап тауыш сығарыу менән са­ғыштыра. Ҡаҙығыҙ суҡырға килгәндә ыҫылдаймы, һеҙ ҙә шуны ҡабатлаһағыҙ, «ҫ» хәрефе килеп сыға. «Ҙ»ны себен, серәкәй тауышына оҡшатып ҡабатлата.
Был методиканы ябай ауыл уҡытыусыһы Фәниә Шәғәли ҡыҙы үҙе уйлап сығара. Өфөгә уҡытыусылар­ҙың белемен камиллаштырыу институтына курстарға килгән саҡта ошо хаҡта һөйләгәс, хатта ғалимдар уның менән берлектә ғилми эш яҙып, дәреслектәргә бирергә лә тәҡдим итә. Тик ауыл кешеһенең быға ваҡыты буламы ни... Ә был методиканы ғалимдар үҙ исемдәре менән китапҡа индереп ебәрә.
Фәниә Шәғәли ҡыҙының педагогика буйынса махсус белеме булмаһа ла, курстар­ҙа уҡып, үҙ өҫтөндә шөғөлләнеп, мордва уҡыусыларын­да башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Үҙе бағыу­сы табып, кабинетты биҙәтеп тә ала. Бер туған һеңле­һе Санияның ҡыҙы Гөлназ, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһында уҡып йөрөгән туғаны, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына матур һүрәттәр төшөрөп бирә. Мәк­тәпкә килгән ҡунаҡтар бында булып та һоҡланып китә.
Өфөлә яҙыусылар менән бәйле ниндәй генә саралар үткәрелһә лә Шишмә районының Енғалыш ауылынан килеп етә торғайны. Юбилей кисәләре булһынмы, осрашыуҙармы – тамашалар һуң бөтһә лә, береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырышты. Яҙыу­сыларҙың ижадына, тормош юлына бағышлап сығарыл­ған буклеттарҙы йы­йып, автографтарын алып, китаптарын туплап ҡайта ла иртәгеһенә мәктәптә уҡыу­сыларына тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Төн уртаһы тип тормай, улдары Дим йә Рим әсәләрен ауылға илтеп ҡуя. Атайҙары Баязит үлгәндән һуң улар икеһе лә әсәй­ҙәренә ҙур терәк була.
Фәниә Шәғәли ҡыҙының килендәре лә уҡытыусы. Ике­һенең дә исеме Гүзәл.
– Береһенә өндәшһәм, икеһе лә әйләнеп ҡарай ине, шуға хәҙер аталарының исемдәре менән өндәшәм, – ти.
Гүзәл Мансур ҡыҙы Затон биҫтәһендәге 4-се мәктәптә башҡорт һәм инглиз телдәренән уҡыта.
Гүзәл Иштимер ҡыҙы Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сән­ғәт интернат-гимназияһында информатиканан белем бирә.
Биш ейән-ейәнсәргә өләсәй ҙә Фәниә Шәғәли ҡыҙы. Өлкән ейәне Илгиз Өфө статистика һәм иҫәпләү техникаһы колледжының III курсын тамамлаған. Мәғлүмәт технологиялары белгесе, программист һөнәренә эйә буласаҡ. IX синыфты бөткән Ти­мур БДПУ-ның колледжында ла уҡый. Баскетбол, йөҙөү, велосипед спорты менән шөғөлләнә. Ынйыҡай Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназия­һының VIII синыфын тамамлаған. Музыка мәктәбенә лә йөрөй. III синыфты бөтөргән Арыҫлан йөҙөүгә лә йөрөй, 5 йәштән шахмат уйнарға ла оҫтара. Иң бәләкәс Әмир быйыл I синыфҡа уҡырға барасаҡ.
Йәйме, каникулмы, ялмы – өләсәйҙең ауылдағы өйө балалар тауышынан гөрләп тора. Рәхәтләнеп ял да итәләр, ярҙамлашырға ла өлгөрәләр, баҡсала үҫкән тәбиғи аҙыҡтарҙы ашап, көс йыялар. Быйыл йәй өләсәй­ҙәренең өйөндә ремонт яһар­ға ла ярҙам иттеләр.
Тыуған төйәге – Учалы районының Оҙонкүл ауылынан 18 йәшендә генә сығып киткән Фәниә Шәғәли ҡыҙы Шаһыбалова Енғалыш ауылында 36 йыл ғүмер кисергән. Ул бында күптән үҙ кешегә әйләнгән. Һәр саҡ яҡты йөҙлө, көләс, юмор менән ауырлыҡтарҙы үткәреп ебәрә белгән көслө ханым – ауылдың ветерандар советы рәйесе лә. Әле лә мәктәптә лә көтөп алынған ҡунаҡ. Һәр төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай, осрашыуҙарға килә, сығыштар яһай.
Хаҡлы ялда булһа ла, Фәниә Шәғәли ҡыҙын тегендә-бында эшкә саҡырып торалар. Буш ваҡыттарында иһә Башҡортостандың иҫтәлекле урындары буйлап йөрөргә ярата. Быйыл яҙ һәм йәй көндәрендә Учалы районындағы Әүлиә шишмәһендә, Миәкәләге изге Нарыҫтауҙа, Архангелдағы Аҫҡын мәмер­йәһендә булып өлгөргән.
1 августа Фәниә Шәғәли ҡыҙына 70 йәш тула. «Йәншишмә» гәзитенең авторына һаулыҡ, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡтарын күреп, оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Ихлас, йомарт күңелле шәхестең өйөндә һәр ваҡыт ҡояш көл­һөн!


З. МӘҺӘҘИЕВА.
Шишмә районы.

Читайте нас: