

Егет быйыл 12-19 июлдә Ҡытайҙа уҙған халыҡ-ара иҡтисад олимпиадаһында көмөш миҙалға лайыҡ булғайны.
«Был абруйлы халыҡ-ара олимпиада. Дөйөм тырышлыҡ менән республиканың олимпиада хәрәкәте буйынса иң яҡшы бишәү иҫәбенә инеүенә өлгәштек. Был республикабыҙҙа урта белем биреү сифатының мөһим күрһәткесе булып тора», – тине Радий Хәбиров.
Ә Руслан иһә киләсәктә алтын миҙал яуларға маҡсат ҡуйыуы тураһында әйтеп үтте. Тырыш, төплө белемле егет булдырыр ул, уңыштар теләйбеҙ!
Уның тураһында ошо һылтанмалар буйынса уҡығыҙ: Руслан иҡтисад үрҙәрен яулай
Руслан Әминев халыҡ-ара олимпиадала II урын яуланы
Фото: "Башинформ".