-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Туған телгә һөйөү тәрбиәләй

Күрше өлкәләрҙә үҙ еребеҙ, телебеҙ тип янған, үҫеп килеүсе быуынға туған тел серҙәрен төшөндөргән рухлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булыуына һөйөнәбеҙ. Шундайҙарҙың береһе – Силәбе өлкәһенән Гүзәл Фазылова. Ул башҡорт теленә һөйөү уятып ҡына ҡалмай, һәләтле балаларҙы үҫтереү буйынса эш тә алып бара. Гүзәл Тәлғәт ҡыҙының уҡыусылары туған тел буйынса район, өлкә, төбәк-ара бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Тәжрибәле уҡытыусының ике уҡыусыһы республикабыҙҙа дистанцион рәүештә үткәрелгән «Йәйләү» онлайн-лагерында ял итеп, призёрҙар рәтенә лә инеп ҡыуанғайны.

Ул үҙе Арғаяш районы Бәжекәй мәктәбендә 23 йыл балаларға белем бирә, 2020 йылдан Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең баш­ҡорт теле уҡытыусылары ассоциацияһы ағзаһы ла. Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап Силәбе өлкәһе, Баш­ҡортостан үткәргән бәйгелә асыҡ дәрес күрһәтеп, Гран-при яулаған кеше. Бала саҡтан йырларға яратҡан уҡытыу­сы, автор-башҡарыусы төбәктәрендә уҙғарылған «Уралым», «Яңы йондоҙ» башҡорт йыры конкурстарында еңеүсе бул­ған.
– Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте гел уҡытыла килә. Һәр бер синыфта аҙнаһына – 2 – 3 дәрес. Уҡыу­сыларым менән ижади эште лә онотмайбыҙ: шиғыр, әкиәт, ҡобайыр, хикәйәләр яҙып ҡарайбыҙ. Ҡыҙҙар, малайҙар туған телдәрен бик теләп өйрәнһә лә, үҙ-ара башҡортса аралашмауҙары ҡыҙғаныс. Синыфтағы 4 – 5 бала ғына әсә телендә һөйләшә.
Мәктәбебеҙҙә Шиғриәт байрамын үткәреү изге йолаға әйләнде. Бында бөтә райондан, өлкәнән ҡәләм тибрәтеүсе балалар ҡатнаша. Баһалама төркөмө уларҙың яҙған шиғырҙарын тыңлап, ижади эштәрен йыйып ала һәм гәзиттәрҙә баҫтырып сығара. Күп кенә шиғырҙар йыйынтығы ла баҫылып сыҡты, – тине ул.
Уҡытыусы үҙенең ҡыҙҙа­ры уңыштарына ла һөйөнә. 2016 йылда Әҙилә Фазылова баш­ҡорт теленән Силәбелә үткән олимпиадала көсөн һынап, беренсе урын яулаған. Ул һәләтле йәштәр грантына тәҡдим ителеп, 30 мең аҡса алған һәм диплом менән бүләкләнгән. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» район конкурсында еңеүсе булған, ә өл­кә кимәлендә III урынға сыҡҡан. Быйыл V «А» сины­фы уҡыу­сыһы Зәлинә Фазылова Рәсимә Ураҡсина исемендәге шиғриәт бәйге­һендә «Аҡбуҙат» журналының махсус бүләген алып шатлан­ған. Афариндар!
Бына шундай телебеҙгә битараф булмаған уҡытыусылар булғанда киләсәктә телебеҙ, милләтебеҙ ҙә йәшәр. Ысынлап та, уларҙың әүҙемлеге беҙгә өлгө булырлыҡ.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Читайте нас: