– Эйе, мин Ҡариҙел районының йәмле, сылтырап аҡҡан шишмәле ике тау араһында урынлашҡан Беркесәр (хәҙер Абдулла тип йөрөтөлә) ауылында биш балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Бала саҡта йәйгеһен Бәрҙәш йылғаһы аша һалынған күперҙән көнөнә ике тапҡыр тауға еләк, мәтрүшкә, бәшмәк һәм бик күп файҙалы үләндәр йыйырға йөрөнөк.
Әсәйем беҙгә барыбыҙға ла матур итеп күлдәктәр тегә торғайны. Флүрә һеңлем менән икебеҙ ҙә бер иштән кейенеп йөрөнөк. Хатта беҙҙе игеҙәктәр, тип уйлай инеләр. Ҡайһы ваҡыт ошо матур күлдәк итәктәре менән балыҡ һөҙгән саҡтар ҙа булды. Ҡышҡыһын да рәхәтләнеп уйнайбыҙ, ҡайһы ваҡыт урамға сығып, тиҙ генә ялан аяҡ йүгереп алабыҙ. Ошолай сыныҡҡанбыҙ инде. Әсәйемдең икмәк бешергән саҡтарын һағынам. Уның яңы ғына һауылған йылы һөт менән һыйлаған мәлдәре әле лә күҙ алдымда. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенсе синыфта уҡығанда ҡәҙерле әсәйебеҙҙең күҙҙәре мәңгелеккә йомолдо...
– Белем усағында ойошторолған бар саралар уртаһында ҡайнай инем. Саңғы, оҙонлоҡҡа, бейеклеккә һикереү ярыштарында гел беренсе урынды ала торғайным. Башланғыс синыфтарға вожатый ҙа булдым. Ә дәрестән һуң үгәй әсәйемә ярҙам итер өсөн икмәк бешергән еренә йүгерә инем. Атайым урман эшендә булды. Йәйге каникул көндәрендә үҙем дә эшләп, мәктәпкә кәрәк-яраҡтар алғаным хәтерҙә. Мәктәптән һуң Өфөләге резина техник изделиеләр эшләү заводының училищеһын бөтөрөп, ошо уҡ предприятиеға эшкә урынлаштым.
– Күрше өлкәгә сығып киткәс, сит яҡтарға тиҙ өйрәндегеҙме?
– Тормош иптәшем менән бер ауылданбыҙ. 1991 йылдан Садовый ҡасабаһында йәшәйбеҙ. Бында туғандарыбыҙ ҙа булғас, тиҙ өйрәндек. Яратабыҙ был ҡасабаны. Дуҫтарыбыҙ күп. Ошонда йәшәгән башҡорттарға ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам да итәбеҙ. Үҙебеҙҙең һалған йортобоҙ алдын күп төрлө сәскәләр үҫтереп биҙәйбеҙ. Орлоҡтарын милләттәштәремә таратам, үҫтереү серҙәрен һөйләйем. Хатта Башҡортостаныма юлланғанда күп итеп алып ҡайтып, туғандарыма өләшәм. Беҙҙең йәшәгән ер һәр ваҡыт матур һәм йәмле булырға тейеш, тип һанайым.
– Бик тынғыһыҙ етәксе икәнлегеҙ хаҡында ла ишетеп беләбеҙ... Ошо изге эштәрегеҙ тураһында ентекләп һөйләгеҙ әле?
– Төрлө ерҙәрҙә эшләнем: ул вахтёр, ул тегенсе, ул массажист булып... Үрге Пышма ҡалаһындағы Исмәғил Әл-Бохара исемендәге мәсеттә биш йыл уҡып, диплом алғас, ауылыбыҙҙа мосолман байрамдарын ойоштора башланым. Мәсетебеҙ булмағас, ашхананы ҡуртымға алып, 50 – 60 кешене йыя инек. Шулай уҡ быға тиклем үткәрелмәгән башҡорт һабантуй байрамдарын ойоштороп ебәрҙек. Екатеринбург ҡалаһындағы «Йәдкәр» башҡорт халыҡ театры етәксеһе Фәимә Фәхретдин ҡыҙы Йосопова менән бер-беребеҙгә ярҙам итеп, тығыҙ эшләйбеҙ. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап ҙур презентация үткәрҙек. Халҡыбыҙҙың арзаҡлы кешеләре тураһында, тамырҙарыбыҙ хаҡында ине ул. Шулай уҡ ҡунаҡтар саҡырҙыҡ, әлбиттә, тыуған еребеҙҙән дә. Барыһына ла бик оҡшаны. Башҡортостан ойошторған онлайн-диктантта ла ихлас ҡатнаштыҡ. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған онлайн-шиғыр һөйләү сараһынан да ситтә ҡалманыҡ. Минең һөйләгән Мостай Кәримдең «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» видео-шиғырым күп ерҙә күрһәтелде.
Шулай уҡ ҡасаба байрамдарында башҡортса йырҙар яңғыратабыҙ. Әле пандемияға бәйле Башҡортостанға арналған фестивалебеҙҙе кисектереп торҙоҡ. Һаулыҡ булһын, уныһын да үткәрербеҙ, Алла бирһә.
– Һеҙ тағы ла милли кейемдәр тегергә лә тотонғанһығыҙ икән...
– Эйе, бала саҡтан тегеү менән булышам. Әсәйем, үгәй әсәй ҙә тегеү оҫтаһы инеләр. Әле үҙем теккән милли костюмдарым менән төрлө күргәҙмәләрҙә лә ҡатнашам. Мәҫәлән, 14 төрлө мосолман күлдәктәре тегеп, сәхнәлә күрһәттек. Барыһына ла оҡшаны. Шулай уҡ төрлө сараларға үҙебеҙҙе лә ихлас саҡырып торалар.
– Һеҙ халыҡҡа төрлөсә ярҙам да күрһәтәһегеҙ икән. Ҡабул итеү бүлмәгеҙ ҙә бар, тиҙәр.
– Эйе. Ҡасаба хакимиәтенән бер бүлмә алып, милли-мәҙәни һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итәм. Шулай уҡ өлкән йәштәге милләттәштәребеҙгә өйҙәренә йөрөп, хәлдәрен белешәбеҙ. Яңылыҡтар тураһында һөйләйем, ғәрәпсә уҡырға, шулай уҡ кәфенлек тегергә лә өйрәтәм. Барған һайын уларға төрлө башҡорт ризыҡтарын бешереп алып барабыҙ. Ошо эшемдә тормош иптәшем Зенфир Зәки улы ярҙам итә. Ул мине күҙ ҡарашымдан аңлап тора. Беҙ икәүләп әллә күпме мәрхәмәтлек акциялары ойошторҙок.
– Ейән менән ейәнсәрҙәрегеҙ башҡортса беләме?
– Әлбиттә. Марат ейәнебеҙ, Аделина һәм Диана ейәнсәребеҙ менән әкиәттәр уҡыйбыҙ. Уларға оҡшай. Беҙҙең ғаиләлә тыуған көндәр, байрамдар башҡортса һәм спиртлы эсемлектәрһеҙ үтә. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарым да аңлап, ярҙам итеп кенә торалар.
– 2021 йылдың апрель айында халыҡ иҫәбен алыу үтәсәк. Һеҙ ҡатнашаһығыҙмы был эштә?
– Беҙ эште күптән башланыҡ, тиһәк тә була. Бындай мөһим һәм тарихи ваҡиғанан ситтә ҡалыу юҡ инде. Һайлау булһынмы, башҡа сарамы – гел ҡатнашам һәм дә башлап йөрөйәсәкмен.
– Яҡташтарығыҙға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Беҙ ситтә йәшәһәк тә, мөғжизәле тыуған еребеҙҙе бер көн дә иҫтән сығармайбыҙ. Йыл да йәйгеһен туғандарыбыҙға ҡайтып торабыҙ. Үҙебеҙҙең тыуған яҡта үҫкән хуш еҫле мәтрүшкә, файҙалы үләндәребеҙҙе йыйып, киптереп алып ҡайтабыҙ. Ә Ҡариҙел урманында үҫкән имән япрағы менән рәхәтләнеп мунсала сабынабыҙ. Аҙаҡ тирләп-бешеп сәй эсәбеҙ. Бына шундай башҡорт инде беҙ.
Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә, башҡорт булып ҡал һәм дауам ит тамырыңды, тип әйткем килә милләттәштәремә.
Әйткәндәй, бар байрамдарҙы ла Фларида Файзылғаян ҡыҙы күңеле ҡушыуы буйынса үҙ иҫәбенә үткәрә. Хатта бүләкләү приздарына ла аҡсаны үҙ кеҫәһенән сығара. Сөнки ул, халҡым, телем, тип дәртләнеп, янып йәшәй. Афарин, изге эштәрегеҙҙә уңыштар, ә үҙегеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Өфө – Свердлов өлкәһе – Өфө.