+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әгәр телем йәшәй икән, Йәшәйәсәк халҡым да!

Баш ҡалабыҙҙағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы «Башҡорт теле – башҡорт иле» йәкшәмбе тарихи-мәҙәни мәктәбе» проектын тормошҡа ашыра.

Был проект үткән йылда Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм башҡа халыҡтар телдәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән республика Башлығы гранты еңеүсеһе булғайны. Шул айҡанлы башҡорттар күп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә – Татарстан Республикаһында, Пермь крайында, Свердлов, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Ханты-Манси автономиялы округындағы Сорғот ҡалаһында йәкшәмбе мәктәптәре асылды.

– Гимназиябыҙ методик ярҙам күрһәтеү майҙансығы булараҡ сығыш яһай. Беҙ йәкшәмбе мәктәптәренә уҡытыу­сылар табып, һәр береһе менән әүҙем бәйләнеш булдырып, улар­ға дәрестәр уҙғарыу буйынса булышлыҡ итәбеҙ. Педагогтар һәр йәкшәмбе һайын үҙҙәрендә дәрестәр үткәрә, – ти директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Азамат Зәкир улы Шәмсетдинов.

Әлеге проект буйынса «Баш­ҡорт милләте күпләп йәшәгән төбәктәр­ҙә туған башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре» темаһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара семинары ла ойошторолдо. Унда Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан килеүсе педагогтар оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны, «түңәрәк өҫтәл»­дә әүҙем ҡатнашты. Әйткәндәй, Магнитогорск, Мәскәү ҡалалары, Пермь крайынан милләттәштәребеҙ онлайн бәйләнешкә инде.


Әйтергә кәрәк, башҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә, беҙҙең республикала 14 туған тел өйрәнелә, башҡорт теле буйынса дәреслектәр федераль исемлеккә ингән. Республикала туған һәм дәүләт телдәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса дәүләт программаһы эшләй. Телдәрҙе үҫтереүҙәге отошло проекттарға гранттар ҡаралған. Семинар­ҙың «түңәрәк өҫтәл»е ошо йүнәлештә алып барылған эштәр, конкурстар хаҡында мәғлүмәт биреүҙән башланды. Был турала дәүләт программаларын һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте тор­мош­ҡа ашырыу бүлегенең әйҙәүсе белгесе Гөлсөм Байрам­ғол ҡыҙы Дилмөхәмәтова бәйән итте.

– Беҙҙең йәкшәмбе мәктәбендә 6 – 11 йәштәге уҡыу­сылар шөғөлләнә. Ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, уларҙың ата-әсәләре башҡортса һөйләшмәй. Олатай-өләсәйҙәре генә туған телде белә. Тап улар балаларҙы беҙгә алып килә лә инде. Беҙҙең маҡсат – һәр кемдең телгә ҡарата ҡы­ҙыҡһыныуын уятып ебәреү.

Дәрестәр дөйөм белем биреү мәктәбендәгенән айырылып тора, аҙнаһына бер тапҡыр үткәрелә. Ике сәғәт бүленгән. Ошо ваҡыт эсендә башҡорт теленең грамматикаһын да өйрәнәбеҙ, мәҙәниәт, тарих буйынса мәғлүмәттәр ҙә бирәбеҙ. Бер минутты юғалтмай, бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланабыҙ. Дәрестәрҙе уйындар менән бәйләп, күргәҙмәлек материалдары, техник саралар ҙа ҡулланып үткәрергә тырышабыҙ, – ти Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районынан Гөлсөм Хитәбулла ҡыҙы Уйылданова.

Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Гөлсирә Әбдрәшитова элек-электән баш­ҡорт балаларын төрлө сараларға йәлеп итә. Ул хәҙер проект буйынса асыл­ған йәкшәмбе мәктәбендә дәрестәр алып бара.

– Беҙҙең йәкшәмбе мәктә­бе ҡаланың 25-се мәктәбендә эшләй. Барлығы 6-нан алып 15 йәшкә тиклемге балалар йөрөй. Уҡыу көнө шәмбе көнөнә тә­ғәйенләнгән. Был көндө килә алма­ғандар­ҙы йәкшәмбе йыйып алабыҙ. Ике уҡытыусы белем бирәбеҙ, күберәк тарих, мәҙәниәт, сәнғәт, телгә һөйөү уятабыҙ. Беҙгә йөрөгән балалар һәр яҡлап та әүҙем, ҡурай, ҡумыҙҙа ла уйнай беләләр.

Ҡыҙҙар, малай­ҙар­ҙы төрлө сараларға йәлеп итеү эшен 2019 йылда уҡ башлап ебәргәйнек. Уҡытыусы миңә, «Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының рәйес урынбаҫарына, Башҡортостандан делегаттар, артистар, яҙыусылар кил­һә, һәр ваҡыт туранан-тура мөрәжәғәт итә. Улар­ға ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Шул уҡ ваҡытта, мин һеҙгә булышлыҡ итәм, тик концерт йә спектакль башланыр алдынан ике сәғәт алда йырсығыҙ, ҡурайсығыҙ, ҡумыҙсығыҙмы – кемегеҙ килә, шул балаларға оҫталыҡ дәресе үткәрһен, тип шарт та ҡуя башланым. Ата-әсә унда балаһын килтерә һәм үҙе лә концертҡа ҡала. Бына ошолай оҫталыҡ дәрестәре башланып китте.

Ҡыҙҙар, малайҙар әүҙем, ниндәй сараға саҡырам, ихлас киләләр. Ҡайһы саҡ 100-ҙән артыҡ бала йыйылып китә. Семинар­ҙан йөрөп ҡайт­ҡас, йәкшәмбе мәктәбендә 25 уҡыусы ғына уҡымаҫ, белем алыусылар һаны 75-кә етер, тип өмөтләнәм, – ти Гөлсирә Камил ҡыҙы.

«Түңәрәк өҫтәл»дә филология фәндәре кандидаты, Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыу­сыһы, башҡорт этно-мәҙәни клубының етәксеһе Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы Әхмәҙуллина онлайн бәйләнешкә инеп, баш­ҡорт телен өйрәнеүҙә тәбиғи һәм яһалма мотивациялар, ә Магнитогорск ҡалаһынан Гөлгөнә Әбсәҙи ҡыҙы Ғәббәсова үҙҙәрендә эшләп килгән йәкшәмбе мәктәбе шарттарында балаларҙа илһөйәрлек той­ғоларын тәрбиәләү хаҡында һөйләне.

Төбәк-ара семинар аҙағында оҫталыҡ дәрестәре күр­һәткән гимназия уҡытыусыларына, күрше өлкәләрҙән ҡатнашыусы милләттәштәребеҙгә мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә ошондай ҙур проекттың тормошҡа ашырылыуы маҡтауға лайыҡ. Телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлауға йүнәлтелгән был эш дауамлы булыуын теләйек.


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: