Был матур байрамды ҡала хакимиәте менән берлектә башҡорттар ҡоролтайы ойошторҙо.
Һабантуйға халыҡ күп йыйылды. Кесеһе лә, олоһо ла килеп еткәйне. Сәхнәлә йырсылар, бейеүселәр, шиғыр һөйләүселәр, музыка ҡоралдарында уйнаусылар сығыштарын ҡарап кинәндек. Парктың төрлө майҙансыҡтарында көйәнтә, биҙрәләр менән көйәнтәләп һыу ташыу, йомортҡа һалынған ҡалаҡты ҡабып йүгереү ярыштары, милли уйындар барҙы. Кескәйҙәр өсөн барыһы ла ҡыҙыҡ ине. Улар өсөн бейеү хәрәкәттәрен өйрәнеү, милли башҡорт кейемдәрен һүрәткә төшөрөү, төрлө биҙәүестәр эшләү кеүек оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелде. Паркта аттракциондар эшләне.
Һабантуйға килеүселәр башҡорт тирмәһен дә күреп һоҡланды. Уның эсендә ағинәйҙәр матур ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторғайны. Шулай уҡ борондан ҡалған һандыҡ, үтек, ҡомған, батмус кеүек әйберҙәр ҙә урын алғайны.
Балаларға бал ҡорттары тураһында ла һөйләнеләр. Тағы ла уларҙы боронғо аяҡ кейеме – сабата менән таныштырҙылар. Ҡыҙыҡһынғандары уны кейеп тә ҡараны.
Һабантуй матур уҙҙы. Кескәйҙәргә лә, өлкәндәргә лә ул ныҡ оҡшаны. Башҡортостандан ситтә йәшәһәк тә, үҙебеҙҙең башҡорт икәнде, милли йолаларыбыҙҙы онотмайбыҙ. Балалар телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе белеп үҫһен өсөн тырышабыҙ.
Гөлгөнә МОЗАФАРОВА.
Силәбе өлкәһе,
Златоуст ҡалаһы.