-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Риф Тойғоновты иҫкә алып

Июнь айы – байрамдарға бай ай. Мәҫәлән, Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» гөрләп уҙа.

Риф Тойғоновты иҫкә алып
Риф Тойғоновты иҫкә алып

Йәйҙең йәмле бер көнөндә Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Аҡсура ауылы ла үҙендә ҡунаҡтар йыйҙы. Быйылғы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» шағир Риф Тойғоновҡа арналды. Аҡсуралар уны ихтирам һәм ғорурлыҡ менән иҫкә ала.

Байрамда Ҡыуандыҡ ҡалаһы округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Аликбаев, «Каруанһарай» Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Йәғәфәр Яманһарин, Риф Тойғондоң тормош иптәше Рәйсә Тойғонова, шағирҙың беренсе уҡытыусыһы Фәниә Баҡый ҡыҙы Ғилмөхәмәтова ҡатнашты.

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына Башҡортостандан да ҡунаҡтар килгәйне. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының идара рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, яҙыусылар Әхмәр Үтәбай, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллиналар Риф Тойғон тураһында йылы хәтирәләре менән бүлеште. Ни тиһәң дә, Риф Ғәлим улы ғүмеренең 15 йылын союзға арнаған. 1996 йылдан алып 2009 йылға тиклем–  Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары, 2012 – 2014 йылдарҙа  идара рәйесе вазифаһын башҡара. Яуаплы, намыҫлы эшләү осоронда баҡыйлыҡҡа күскән яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың әҙәби мираҫын һаҡлап алыуға ҙур иғтибар йүнәлтте, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә күп көс һалды ул. Сәхнә алдында ойошторолған «Шағирҙар Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй» тигән күргәҙмә лә ошоға дәлил ине.

Был көндә Хәтер билдәһен асыу байрамда ҡатнашыусыларҙы тулҡынландырғандыр. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына, тыл хеҙмәтсәндәренә арналған был стеланы ауылдың аҡһаҡалдары Ғәбит һәм Дамир Тойғоновтар асты. Шулай итеп, Аҡсура ауылында Тыуған ил өсөн көрәшкәндәрҙе хәтергә алыу урыны булдырылды, был, әлбиттә, бик ҡыуаныслы күренеш.

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына 700-ҙән ашыу ҡунаҡ килде. Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов һәм «Далан» төркөмө, Әлфиә Тойғонова, үҙешмәкәр артистар яҡаштарына байрам концерты бүләк итте.

 

ЯМҒЫР КИЛӘ

 

Ямғыр килә...

Йәшен йәшнәүенән

Хатта таштар китә онталып...

Ана, кемдер ошо күренештән

Хәтеренә алып һуғыш яуын,

Башын эйеп, ҡалған туҡталып.

 

Кемдер тигән кешем:

Һуғыш утын йотҡан ул.

Ярты донъя урап,

Яраланып ҡайтҡан ул.

 

Ямғыр килә...

Йәшен һуҡҡан таштар

Түбән оса утлы юл сыйып...

Ана, кемдер ошо күренеште

Ҡыҙ үпкәндә йөрәк ярһыуына

Тиңләп ҡарай, ихлас йылмайып.

 

 

* * *

 

Ғүмер – хәнйәр.

Кеше беләү итеп,

Ҡайрай уны яҙмыш ташына.

Кемдер уны ҡында килеш тотһа,

Кемдер ҡындан һурып шашына.

 

Ҡындан хәнйәр һурып шашынғаны

Яра ғына ала үҙенә.

...Аҡыллы бит уны һаптан тота,

Аҡылһыҙы тота йөҙөнән.

 

 

* * *

 

Халыҡ шағиры...

Ошоға бит бәйле

Әллә ниҙәр мөмкин уйларға.

Халыҡ намыҫы булыр яуаплылыҡ

Йөкмәтелгән, беләм, уларға.

 

«Халыҡ шағиры» тиеү иң юғары

Билдәһелер шиғри һәләттең.

Улай икән, Аҡмулла һәм Бабич

Ниндәй һүҙ оҫтаһы милләттең?

 

«Тимәк, улар халыҡһыҙ шағирмы ни?» –

Һорауымдан ауыр һулайым.

Милләтемдең халыҡ шағиры түгел,

Хаҡ шағиры ғына булайым!

 

 

ШУНДАЙ МӘЛДӘР БУЛА...

 

Шундай мәлдәр була...

Ауыр мәлдәр...

Ерҙә йәшәү тормай бер тингә,

Һағыштарым шул саҡ әйләнәлер

Алҡымдарҙа торор төйөнгә.

 

Күңел зары бөтмәҫ,

Әммә уны

Булһа икән гелән аҙайтып.

Кемдер туйға бара,

Кемдер ҡайта

Һуңғы юлға дуҫын оҙатып.

 

Эй, донъяның әкиәткә һыймаҫ

Кирелеге...

Уйлап ҡараһаң.

Һағыш тураһында ни әйтер һуң

Туйға барған,

Әгәр һораһаң?..

 

Ишетермен яуап урынына

Бары бер һүҙ – йөҙҙө ҡыҙартҡан.

Шатлыҡ тураһында ни әйтер һуң

Һуңғы юлға дуҫын оҙатҡан?..

 

Һағыш түгел,

Шатлыҡ та бит ҡайсаҡ

Донъя хаҡын ҡуя бер тингә.

Шатлыҡтар ҙа шуға әйләнәлер

Алҡымдарҙа торор төйөнгә.

 

Юҡ, барыбер әҙәм шатлығын, тим,

Булһа икән гелән оҙайтып.

...Күршем туйға бара,

Ә мин ҡайттым

Һуңғы юлға дуҫты оҙатып.

 

 

КҮҢЕЛ ҺАҒЫНА

 

Күктә йөҙгән аҡһыл болоттарҙың

Күләгәһе һеңә тауҙарға.

Офоғома күҙ һирпеүем була –

Уйым оса әллә ҡайҙарға.

 

Ҡарашымдан офоҡ ҡыҙарамы,

Таң ҡанатын йәйә яй ғына.

Күҙҙәремде йоҡо алмағанда

Атайымды күңел һағына.

 

Тауҙарҙанмы шаңдау ишетелә:

– Тик изгелек ерҙә ҡыл, балам!

Ниңә әле һағыш татымаған

Әҙәм кеүек бөгөн ҡыланам?

 

Һағыш  һағыш инде.

Бүленмәй ул

Төрлө төҫкә; ҡара-ағына...

Түбәм күккә тейер һүҙ ишетһәм,

Әсәйемде күңел һағына.

 

Болоттарға йәнәш уйым оса –

Шәфәҡ төҫө балҡый йөҙөмдә.

Күҙ йәшенең хатта шатлыҡтан да

Булыуы бит мөмкин әҙәмдә.

 

Шатлыҡ  шатлыҡ инде.

Кәйефтең ул

Тура килмәй насар сағына.

Киләсәгем күҙ алдына баҫһа,

Ҡыҙ, улымды күңел һағына.

 

Ҡояш балҡып ҡалҡыр күк тауҙарға

Тейер-теймәҫ оса уйҙарым.

Күңелемә төшөр ысыҡ ҡына

Һүндерерме һағыш ҡуҙҙарын?

 

Уныһына ҡулды һелтәһәм дә,

Күнегелгән шатлыҡ юғына –

Булмаһа ла көнөм иҫләмәгән –

Ҡатынымды күңел һағына.

 

Алыҫтарҙан күҙ ҡарашым иңләр

Дүрт тараф та – күңел биләмем.

Тик юрғанға ҡарап ҡына аяҡ

Һуҙып була – хәҙер беләмен.

 

Беләм хатта шул һағыныу барҙа

Яҙырмын мин шиғыр тағы ла...

Япа-яңғыҙ ҡалған саҡтарымда

Кешеләрҙе күңел һағына.

 

 

ҺУҢЛАУҘАР ЮҠ ЫСЫН ҺӨЙӨҮГӘ

 

Һин йөрөгән һуҡмаҡ – тыуған яғым,

Көн асыла... Томан тарала...

Һөйөү һүҙе һиңә әйтер инем

Ятмаһа, тим, йылдар арала.

 

Һин йөрөгән һуҡмаҡ – тыуған яғым,

Нурға сумған бөгөн ер-күгем.

Һинең менән һуңлап осрашыуым

Үкенескә түгел, юҡ, түгел.

 

Һин йөрөгән һуҡмаҡ – тыуған яғым,

Нисек түҙҙем икән бер ҡайтмай.

Яратылмай йәшәп булһа ла бит,

Нисек йәшәйһең һуң яратмай?

 

Түҙһә түҙә икән, аһ, был йөрәк

Һағышымдан янып көйөүгә.

Хәҙер шуны аңлар йәштәмен мин:

Һуңлауҙар юҡ ысын һөйөүгә!

 

 

БАШҠОРТ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ...

 

Ҡараһаҡал, Кинйә, Салауаттар...

Халҡы данын батыр ишәйтә.

Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,

Тоғро булһаң антҡа – шул етә.

 

Бер яуҙан да ситтә ҡалғаны юҡ,

Хаҡ оранды һәр саҡ ишетә.

Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,

Һатмаһаң һин намыҫ – шул етә.

 

«Беҙ кем?» – тигән һорау тормай, беләм,

Уралыма һөйөү йәшәтә.

Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,

Халҡың өсөн янһаң – шул етә,

Халҡың өсөн янһаң – шул етә!

 

 

ҠЫУАНДЫҠТЫҢ ҠЫЙҒЫР БӨРКӨТӨ

(Риф Тойғон)

 

Тойғон ижады, Тойғондоң рухи донъяһы тураһындағы һүҙемде бер аҙ ғына алыҫтаныраҡ – уның тыуған ере – Ҡыуандыҡ тигән ғәжәйеп бер төбәк менән бәйле тәьҫораттарымдан башларға булдым. Сөнки шағирҙы яҡшыраҡ аңлар өсөн барыбер ҙә бер генә мәртәбә булһа ла уның тыуған-үҫкән яҡтарын күреп, шул ерҙең һыуҙарын эсеп, һауаларын һулап, шунда ғүмер иткән милләттәштәребеҙ менән күрешеү, аралашыу үтә лә мөһим булған икәнлегенә инандым. Яҙмыш миңә ошондай алыҫ юлдарҙа йөрөп ҡайтырға насип иткәненә әле лә ҡыуанып ултырам.

...1995 йылдың ҡояшлы май көндәрендә Ырымбур тарафтарында оло бер байрамдың уртаһында булыу мөмкинлеге тейҙе. Беҙҙе, Ырымбур өлкәһендә үткәрелгән Башҡортостан көндәрендә ҡатнашыусыларҙы, башта үҙәк ҡаланың үҙендә төрлө байрам сараларына саҡырҙылар, иртәгәһенә изге йортобоҙ – Каруанһарайҙың эсен дә, тышын да күреп йөрөнөк, уның алдында ҡоролған башҡорт тирмәләрендә йыр, ҡурай моңдары тыңлап кинәндек. Байрамды артабан өлкәнең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә – Туҡ-Соран буйҙарында, Һарыҡташ менән Төйлөгән, Ҡыуандыҡ – Медногорск яҡтарында дауам итеү планлаштырылғайны. Беҙҙең бәләкәй генә төркөм Ҡыуандыҡ төбәген һайланы. Бына икһеҙ-сикһеҙ дала киңлектәре буйлап өлкәнең көнсығышына табан елдерәбеҙ. Юлыбыҙ ике йөҙ саҡрымдар самаһы гел генә Урал менән Һаҡмар йылғалары арауығынан, Уралдың уң яҡ яр буйҙарына һыйыныбыраҡ алға ынтыла. Әммә бер мәлде тип-тигеҙ, тап-таҡыр оло юл саҡ ҡына һулға тартыла бирә, тиҙҙән, Беләү тигән ҙур ғына ауылды үтеү менән, тимер юл аша сығып, Медногорск ҡалаһына барып керәбеҙ. Беләү тигәнебеҙ кескенә йылға исеменән, урыҫса әйтелеше сәйерерәк яңғырай – Блява булып киткән. Медногорск нәҡ шул Беләү буйында ултыра. Ә арыраҡ – Беләүтамаҡ тигән башҡорт ауылы, уҙған, йәғни ХХ быуатта киң билдәле халыҡ йырсыһы, сәсән Яхъя Аҡмырҙиндың тыуған төйәге. Беҙ иһә, Медногорскиҙы үтеп, Һаҡмар буйына, Ҡыуандыҡ ҡалаһына йүнәләбеҙ. Бына ғәжәп – ошоға тиклем юлда арып, йоҡомһорап ултырыу онотолоп, өр-яңы тәбиғәт донъяһына килеп кереү менән, ҡая таштары ослайып, сусайып торған тауҙарға, һәр боролош һайын төрләнеп, матурланып таң ҡалдырған күренештәргә һоҡланып, ер-һыу күркәмлегенән ләззәт, кинәнес алып барабыҙ.

Ҡыуандыҡ ҡалаһы – шул уҡ исемдәге район үҙәге. Унда аҙ ғына туҡталып торғандан һуң, урындағы мәҙәниәт етәкселәре оҙатыуында, Һаҡмарҙы үрләп, Сурай ауылына юлланабыҙ. Бында ла, ошо тирәләге эрле-ваҡлы башҡорт ауылдарын бөтөрөү иҫәбенә хәҙер башҡортлашып бөткән элекке украин ауылы Ракитянкала ла беҙҙе ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, танышыуҙар көтә. Сурай, унан үрҙәрәк йәнә беҙҙең Хәйбулла районының сигендә үк ултырған Аҡсура ауылы бар икән. Әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә Тойғон атлы күренекле шағирҙы, Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, музыкант Артур Туҡтағоловты, маһир ғалим, педагог Рафаэль Аҙнағоловты биргән төбәк был.

Шағир һәм уның тыуған ере... Ниндәй генә булмаһын, шағир тыуған ер булған өсөн генә лә ҡәҙерле ундай төбәктәр. Мәғрур ҡаялы тауҙар, йәм-йәшел урмандар араһына һыйынып ултырған ошо боронғо Сурай ауылын барып күрмәһәм, мин Тойғондо яҡшы беләм, тип әйтә алыр инемме икән? Гәрсә уның менән 1963 йылда уҡ әле Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт университетында уҡый башлаған тәүге көндәренән үк яҡындан аралашып йәшәгән булһам да, шағирҙы тәрәнерәк тойоп аңлар өсөн нәҡ ана шул бүтән яҡтарҙан айырылып торған Ҡыуандыҡ тигән хозур төбәкте хатта махсус барып күреп ҡайтырға кәрәк булғандыр әле ул. Ә хикмәт шунда: Риф Тойғонов – бөтөн булмышы менән үҙенең ошо мәғрур тыуған тәбиғәтенең, ошондағы ташлы тауҙарҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө һымаҡ бәһлеүән бер ир-егет булды. Хатта дәү кәүҙәһе, көр тауышы, ихласлығы, яғымлылығы ла уға шул ерҙән, шул тәбиғәттән бирелгәндер һымаҡ тойола ине. Эйе, тәбиғилеге - тәбиғәттән, әммә рухиәте иһә – туған халҡынан, туғандарынан, ауылдаштарынан, яҡташтарынан. Минең аңлауымса, уның ижадының шишмә башы ла, һәр ваҡыт тамырҙарына һут биреп торған илһам сығанағы ла, әйтер һүҙе, йырлар йыры ла, милләтебеҙ яҙмышы өсөн борсолоу-хафаланыуҙары ла күп яҡтары менән ҡыуаныслы Ҡыуандыҡ төбәгенә, Ҡыуандыҡ ерлегенә бәйләнгән. Дөрөҫөрәге, башҡорт әҙәбиәтенә ул үҙ яғының, үҙ еренең ҡабатланмаҫ матурлыҡтарын, тарихи хәтерен, боронғо үҫәргән ҡәүеменең һутлы телен, бигерәк тә һуңғы осорҙа яҡташтарының иңенә төшкән заман ауырлыҡтары, замандың ауыр һынауҙары тураһында уйланыуҙарын алып килде. Тойғондоң булмышына хас тыуған ергә тоғролоҡ хаҡында Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов ошолай тип әйткәйне: «Эйе, матурлыҡты тойоу, бала саҡтан матурлыҡ эсендә йәшәү кешеләрҙе шағир яһайҙыр ҙа. Һин тыуған яғыңдың матурлығын, яҡташтарыңдың күңел бейеклеген тойоп, улар менән аралашып үҫкәнһең. Был яҡтарҙа һинең һымаҡ барыһы ла шағир булып китмәгән. Яҙмыш тиҫтерҙәрең араһынан һине генә оло һүҙ әйтергә һайлаған».

Ысынлап та, кеше яҙмыштары, илебеҙ, халҡыбыҙ, заманыбыҙ тураһында йөрәктән сыҡҡан оло һүҙ әйтерҙәй, бөйөк һүҙ оҫталары менән дан алған башҡорт әҙәбиәте мөхитендә үҙенең лайыҡлы урынын тапҡан үҙенсәлекле шағир, прозаик, драматург, шуның өҫтөнә билдәле йәмәғәт эшмәкәре булып танылды Риф Ғәлим улы Тойғонов. Төрлө жанрҙарҙа эшләһә лә, Тойғон, әлбиттә, бөтөн булмышы, тәбиғәте, хатта алсаҡ та, асыҡ та холҡо, фиғеле менән дә иң элек шағир ине. Шуның өсөн дә уның проза әҫәрҙәрен Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай шағир прозаһы тип атаны. Ә шағир прозаһы ул, минеңсә, прозаның, әйтәйек, хислерәк, тойғолораҡ булыуы менән дә, тел-стиль йәһәтенән дә һиммәтлерәк бер төрө. Тойғондоң ижады кешелеклелек, донъяға, кешеләргә яҡты, мөҡәддәс һөйөү тойғолары менән һуғарылған. Уның шиғри йыйынтыҡтарының исемдәре лә рухи донъяһының ниндәй бай һәм ихлас булғанлығы тураһында һөйләп тора: «Ҡул йылыһы» (1982), «Тәҙрәмдә ҡояш яҡтыһы» (1987), «Күңел һағына» (1992), «Һуңлауҙар юҡ ысын һөйөүгә» (2006)...

Әммә, шағир әйткәнсә, «иң ҙур һөйөү ерҙә – әсәгә», унан туған телеңә, илеңә һәм, өсөнсөнән, «иң ҙур һөйөү ерҙә – йәреңә». Тойғон һөйгән йәре Рәйсә ханым менән береһенән-береһе аҡыллыраҡ, һөйөкөмлөрәк ҡыҙ һәм ул үҫтерҙеләр. Һөйөп, яратып үҫтерҙеләр, тип өҫтәр инем. Бына һигеҙ генә юллыҡ шиғырҙа ата-әсә һөйөүе тураһында нисек сағыу, образлы итеп әйтеп биргән шағир. Ҡыҙының: «...Ниңә Айгөл тип ҡуштың исем?» тигән һорауына атай кеше:

Айлы төндә тыуҙың,

Нурлы айҙай,

Йөҙөң балҡып торһон өсөн, –

тип яуап бирһә, әсә өсөн иһә ҡыҙының исемендә «гөл» һүҙенең мәғәнәһе алға сыға:

Ҡыш айында тыуҙың,

Һин бит гөлөм,

Булмаһа ла гөлө ҡыштың.

Ата һәм әсә күҙлегенән ҡарағанда, ҡыҙҙарының һорауына яуаптар нәҡ шундай булырға тейеш тә. Тойғон ижадының тәбиғилеге һәм, остазы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми әйткәнсә, «зримый», «предметный» булыуының бер өлгөһө был.

Шағирҙың атай, әсәй булған һәр кешенең күңеленә үтеп инерҙәй «Ҡосағымда улым йоҡлай» тигән шиғыры менән уның был йыйынтыҡҡа индерелмәгән булыуын да иҫәпкә алып, саҡ ҡына ҡыҫҡартыбыраҡ таныштырып үтһәм, урынлы булыр тип уйлайым:

Ҡосағымда улым йоҡлай...

Ә көнө һуң! Әйтерһең дә,

Ҡояш нуры балҡып китер,

Йылмайһа, ҡаш-керпегендә.

 

Тәү күргәндәй, һиҫкәнәмен

Тын алышын тойғанға ла

(Хәйер, ерҙә тертләүсе бар

Хатта һалам һынғанға ла.)

 

Ҡосағымда улым йоҡлай...

Йыһан көлә ҡояш булып.

Тик яңылыш аңламағыҙ,

Күңелдәрем китһә тулып.

 

Улым төҫө итеп күрәм

Ерҙең йәм һәм биҙәктәрен.

Бала уйы һәр атаның

Өҙәлер ул үҙәктәрен.

 

Улым йоҡлай...

Уйҙарымдың

Нисек осона сығайым?

Ул атаһы булған кеше

Аңлар мине, моғайын.

Тойғондоң йәндәй күргән ҡыҙына, улына арналған бүтән шиғырҙарында ла үтә лә нескә, яҡты хис-тойғолары хуш еҫле гөлләмә һымаҡ бөркөлөп тора. Шул уҡ ваҡытта шағир образы бында инде күпте күргән, күпте кисергән олпат ҡына аҡыл эйәһе һынында күҙ алдына баҫа. Килене Неля менән улы Айҙарға төбәп, ул, мәҫәлән, былай тип өндәшә:

Һеҙ – алыҫта. Тик уйҙарым

Йыш оса янығыҙға.

Йәшлегемде төҫмөрләйем,

Баҡһам буй-һынығыҙға.

 

Һеҙҙә күрҙем тормошомдоң

Дауамын мин – хыялда.

Аҡылығыҙ оҙатып барһа,

Булырһығыҙ хаҡ юлда.

Үҙенең яҡындарына ғына төбәп әйтелһә лә, был юлдар, ғөмүмән, йәштәрҙе иманлы булырға саҡырыуы, шағирҙың «Хаҡ юлдарҙа йөрөгәндең ҡаҡшамаҫ һис иманы» тип раҫлауы менән ҡәҙерле. Халыҡта «Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел» тигән тәрән аҡыллы әйтем бар. Быуаттар һынауын үткән был ҡанатлы һүҙҙәр Тойғондоң шиғырында йәштәребеҙгә Аҡмулла нәсихәттәре һымаҡ яңғыраш ала:

Йәшәгеҙ гел бүләк булып

Берегеҙгә берегеҙ.

Ә тормошта һәр кешене

Әүлиә тип белегеҙ.

Ә ғөмүмән, Тойғон ижады халыҡсан, кеше күңеленә яҡын булыуы менән айырылып тора, тип раҫлай алам. Уның күп кенә шиғырҙары халҡыбыҙ, телебеҙ, илебеҙ яҙмышы тураһында уйланырға, фекер йөрөтөргә, йыш ҡына фәһем алырлыҡ һорауҙар ҡуйырға мәжбүр итә. Шағирҙың, мәҫәлән, «Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй» тигән шиғыры айҡанлы бер ваҡыт миңә үҙенсә бер әйтеш ҡорорға тура килде, йәғни:

Беҙ кем, тигән һорау тормай, беләм,

Уралыма һөйөү йәшәтә.

Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,

Халҡың өсөн янһаң, шул етә, –

тип башланған ул шиғырға яуап итеп:

Юҡ, туғаным, улай түгел дә ул,

Башҡорт булыу үтә яуаплы.

Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,

Башҡорт булыуҙары сауаплы, –

тип яҙғайным «Башҡорт булыу өсөн күп кәрәк» тигән шиғырымда. Юҡ, Тойғондоң фекерен кире ҡағыуҙан түгел, ә, бәлки, уны тағы ла көсәйтеберәк ебәреү ниәте менән яҙғанмындыр, тимәксемен. Сөнки беҙ бит асылда иңгә иңде терәп йәшәгән дуҫтар, иптәштәр, замандаштар булдыҡ. Илебеҙ, телебеҙ – хәҙерге башҡорт шиғриәте өсөн мөҡәддәс темаларҙың береһе. Тойғон ижадында был тема – иғтибар үҙәгендә. Бына шул хаҡтағы һигеҙ юллыҡ:

Йырһыҙ йәшәү – нурһыҙ йәшәү, тиҙәр,

Йөрәгем минең – айҙыр.

Ай-йөрәгем, әйҙә нур-йырымды

Халҡым күңеленә яуҙыр!

 

Илһеҙ йәшәү – телһеҙ йәшәү, тиҙәр,

Илкәйем минең – Урал.

Урал-илдә үҫкән ҡурай телем,

Хаҡ хәбәр булып тарал!

Был йыйынтыҡҡа шағирҙың «Иҫемдә», «Юҡ, барыбер һине онотоп булмай», «Хушлашыу йыры», «Ҡабатлама минең хатаны», «Эй, Ырымбур, Ырымбур» тигән тәрән мәғәнәле йыр текстары индерелгән. Шулар араһында Артур Туҡтағолов көйгә һалған «Эй, Ырымбур, Ырымбур» йыры шағирҙың тыуған яғына мәҙхиә булып яңғырай.

Шағир ижадында еңелсә юмор, тормошобоҙҙағы йәмһеҙ, килбәтһеҙ күренештәрҙән ипле генә һәм йәпле көлә белеү алымы ла йыш осрай. Бынан тыш, «Минең ҡәйнәм – Шерлок Холмс», «Баҙар мөнәсәбәте», «Йәбешмәнем», «Ижад йортонда» һымаҡ юмористик шиғырҙар йыйынтыҡты тағы ла уҡымлыраҡ итә.

Ниһайәт, Тойғондоң ҙур күләмле шиғри әҫәрҙәре – поэмалары тураһында бер кәлимә һүҙ. «Баҡсала», «Ҡәнифә юлы», «Фатиха» исемле поэмаларында ул заманыбыҙҙың киҫкен әхлаҡи, социаль һәм хатта сәйәси проблемаларын ҡыйыу рәүештә күтәреүе менән иғтибарҙы йәлеп итте. «Фатиха» поэмаһы актуаллеге, тормошсанлығы, авторҙың халыҡ, республика яҙмышының төпкөлдәренә үтеп инеүе һәм, әлбиттә, поэтик оҫталыҡ йәһәтенән ғәйәт юғары кимәлдә эшләнеүе менән үткән быуат аҙағындағы иң яҡшы башҡорт поэмаларының береһе һәм Тойғондоң ижади уңышы тип иҫәпләнергә хаҡлы. Был поэма һәм уның поэтикаһы, проблематикаһы тәнҡитселәребеҙҙең айырым иғтибарын талап иткән әҫәр булып ҡала әле.

Шағирҙың был йыйынтыҡта урын алған «Актриса» тигән повесы, драма әҫәре тураһында ла шул уҡ фекерҙе әйтергә тура килә.

Риф Ғәлим улы Тойғонов оҙаҡ йылдар буйы Башҡортостан Яҙыусылар союзында яуаплы вазифалар башҡарҙы: 1997 йылдың ғинуарынан башлап ун өс йыл буйы Союз идараһы рәйесенең урынбаҫары булды, ә 2012 йылда идара рәйесе итеп һайланды. Ул союзыбыҙға етәкселек иткән ике йыл ваҡыт республикабыҙҙың әҙәбиәт тормошонда оҙаҡ ваҡыттар онотолмаҫлыҡ иҫтәлекле бер осор булып ҡалды. Бихисап изгелекле эштәр атҡарып өлгөрҙө Тойғон шул ике генә йыл эсендә. Үҙенә оҡшап, урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ла эшлекле, инициативалы кеше булып сыҡты. «Бер ҡанатым – шиғыр, бер ҡанатым – моңло йыр» тигән йырлы-моңло кисәләр, Мәскәүҙә, Силәбе өлкәһендә, Ырымбурҙа үткәрелгән башҡорт әҙәбиәте, Өфөлә – Рәсәй әҙәбиәте көндәре, бер төркөм яҙыусыларҙың Мәскәүгә, шулай уҡ Арҡайымға сәйәхәтен ойоштороу – күпме көс, тырышлыҡ талап иткәндер был саралар, уныһын Хоҙай ғына белә. Үҙ-үҙен аямайынса, мауығып, йөҙөп йөрөп эшләне Риф Ғәлим улы. Үкенескә, ғүмеренең һуңғы йылдарында уға әйтеп бөткөһөҙ ауыр ҡайғылар кисерергә тура килде. Һөйөп, яратып үҫтергән улдары Айҙарҙың Йәмәндә Рәсәй илселегенең пресс-атташеһы булып эшләгән ерендә йәш кенә көйөнсә ғүмере өҙөлөп ҡалды. Үҙәк өҙгөс тағы бер ҡайғы – ейәнсәрҙәре Сәйҙәне юғалтыу ҡайғыһын кисерерҙеТойғоновтар ғаиләһе. Эсе тулы ут булһа ла, ҡайғыларға түҙеп, һуңғы көнөнә тиклем бөтөн көсөн ижади эшкә арнап йәшәне Риф Ғәлим улы.

«Башҡорт теле һүҙлеге»ндә «тойғон» тигән һүҙгә ошондай аңлатмалар бирелгән: беренсенән, тойғон – ыласындар ғаиләһенә ҡараған аҡ сыбар төҫтәге эре ҡош, икенсенән, әүәл нескә тойғоло, һиҙгер тигән мәғәнәлә лә ҡулланылған икән ул. Һүҙҙең ике мәғәнәһе лә шағир Тойғондоң булмышына тап килеп тора. Әҙәбиәтебеҙ күгенә ыласындай ҡыйғыр бер ҡош булып күтәрелде шағир, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Риф Ғәлим улы Тойғонов. Яҡын дуҫым иҫтәлегенә арналған шиғырымды ла мин «Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө» тип атаным:

Тойғон дуҫым, минең күҙ алдында

Үтте һинең ғүмер юлдарың.

...Өфө тауҙарында яҡты бер йорт

Йыйҙы илдең аҫыл улдарын.

 

Ошо тауҙарҙа бит беҙҙең йәшлек

Осар ҡоштар булып талпынды.

Йәнебеҙҙә дәррәү ҡабыҙғайныҡ

Беҙ шиғриәт тигән ялҡынды.

 

Шул ялҡынды сөйөп юғарыға,

Уҡталдыҡ беҙ хыял иленә,

Хыялыйҙар өсөн офоҡтар бит

Ал төҫтәрҙә генә күренә.

 

Алға әйҙәп, эй, асыла барҙы

Офоҡтарҙан ары офоҡтар.

Аяҙҙа ла, елдә, дауылда ла

Бергә булдыҡ, булдыҡ йән дуҫтар.

 

Тойғон, Тойғон... Ысын тойғон булып

Остоң шиғриәттең күгендә.

Ихласлығың һәм сафлығың менән

Урын алдың күңел түрендә.

 

Бер тамаша ине – алпан-толпан

Сәхнәләргә сығып баҫыуың.

«Мөхәббәтән донъя ҡотайыр», тип

Асып бирҙең ғүмер асылын.

 

Ағы ла бар был донъяның, ҡараһы ла

(Һуңлабыраҡ шуны аңланыҡ),

Аҡлы һәм ҡаралы был мөхиттә

Аҡлыҡ, хаҡлыҡ юлын һайланыҡ.

 

«Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй»,

Тиһәң дә бит, күпте күтәрҙең.

Тейешен дә, тейеш түгелен дә

Үҙ йөрәгең аша үткәрҙең.

 

Күпте алдың, күпте күтәрҙең,

Аяманың, дуҫым, үҙеңде.

Бер тау хәтлем кеше инең бит һин,

Тау батырҙай, олпат, түҙемле.

 

...Һауаларҙа иңләп оса, оса

Ҡыуандыҡтың ҡыйғыр бөркөтө.

Бөркөт булып, һауаларға ашты

Һинең рухың, һинең егетлек.

 

Рәшит ШӘКҮР,

Башҡортостандың халыҡ шағиры,

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Риф Тойғоновты иҫкә алып
Риф Тойғоновты иҫкә алып
Риф Тойғоновты иҫкә алып
Риф Тойғоновты иҫкә алып
Риф Тойғоновты иҫкә алып
Риф Тойғоновты иҫкә алып
Риф Тойғоновты иҫкә алып
Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: