Ҡунаҡбай мәктәбендә ҡунаҡтарҙы халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса ҡаршы алдылар. Педагогик коллектив балаға исем ҡушыу йолаһын күрһәтте, уға уҡытыусыларҙан тыш уҡыусылар, балалар һәм, әлбиттә, ауылдан мулла ла йәлеп ителгән. Сарала “Өлгөлө ғаилә” Бөтә Рәсәй конкурсының ярымфиналсылары – Вилә Вәлиулла ҡыҙы менән Эдуард Нурулла улы Сафиуллиндар ҙа ҡатнашты.
Беҙ, силәбеләр, үҙебеҙ ҙә сығыш яһаныҡ. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә ағзалары яңылыҡтар менән таныштырҙы, әҫәрҙәрен уҡыны һәм хужаларға үҙҙәренең яңы йыйынтыҡтарын бүләк итте.
Осрашыу Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов) музейында дауам итте. Әгәр быға тиклем ҡайһы берәүҙәр легендар геройҙың шәхесе тураһында публицист Рәүеф Насировтың “Ҡайҙан һин, Матросов?” китабынан ғына уҡып белһә, был юлы уникаль хәрби дан музейында булыу бәхете тейҙе.
Силәбе делегацияһы составында ғалимдар, яҙыусылар, педагогтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр килгәйнек. Әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин, ғалим-тарихсы һәм яҙыусы Рәшит Хәкимов, шағирә Фәнүзә Зөлҡәрнәева, йәш татар шағиры Артур Мөхәмәҙиев, Арғаяш районы әҙәби берекмәһе ағзаһы һәм педагогик хеҙмәт ветераны Сабира Шәрипова, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе Зимфера Шафранская, тыуған яҡты өйрәнеүсе Флүрә Истамғолова, Ҡоншаҡ районының “Туған тел” әҙәби берекмәһе етәксеһе Гөлфиә Йәрмөхәмәтова... Күмәкләп Әүеш тауына юл тоттоҡ. Был илаһи ергә барыр юлда – Сәфәр ауылы эргәһендә уҡытыусы Айгөл Хәлит ҡыҙы Абдуллина Әүлиә Ишмәмбәк шишмәһен күрһәтте. Ә Әүештәге Әүлиә шишмәһенә Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә ағзалары 19-сы тапҡыр килде инде.
Силәбеләр матур сара өсөн Учалы районы мәғариф бүлегенә, Ҡунаҡбай мәктәбенең педагогик коллективына һәм директоры Эльвина Салауат ҡыҙына Ямалиеваға, шулай уҡ Комсомол мәктәбенең тынғыһыҙ уҡытыусылары Гөлшат Рауил ҡыҙы менән Фәнүр Фәнит улы менән Шаһиевтарға рәхмәтен белдерҙе.
КИНЙӘ.