Ҡалала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төбәк ойошмаһы, Халыҡтар дуҫлығы йортоноң башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге бар. Уның баш белгесе – Динә Бүләкова, методисты – Рузалия Гогунская. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Ханты-Манси автономиялы округы төбәк ойошмаһының башҡарыусы директоры – Гөлсирә Әбдрәшитова, Сорғот ҡалаһы милли-мәҙәни автономияһының директоры – Зөлфирә Сырлыбаева. Рәхилә Ғөбәйҙуллина етәкселегендәге Ағинәйҙәр ҡоро ла әүҙем эш алып бара. Башҡорт йәкшәмбе мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Зөһрә Мәүлитҡолова – өлкән синыф балаларын, Зөлхизә Насирова кескәйҙәрҙе уҡыта. Дәрестәрҙе милләттәштәребеҙ көтөп ала, улар уйын формаһында бик ҡыҙыҡлы үтә. Төрлө саралар йыш ойошторола. Унда ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаларын да саҡыралар.
Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә арналған дәрестә уның портретын төшөрөү буйынса конкурс ойошторғандар. Ғайсар Бураншин, Шамил Хисамов, Салауат һәм Камил Вәлиевтарҙың эштәре бик матур килеп сыҡҡан.
Сорғот башҡорттары телебеҙҙе һаҡлау йүнәлешендә үткәрелгән төрлө акцияларҙан да ситтә ҡалмай. Башҡорт теленән диктант, Милли кейем көнө, халҡыбыҙҙың күренекле яҙыусы һәм шағирҙарыбыҙҙың юбилейҙары айҡанлы төрлө ижади саралар булһынмы – гел ҡатнашып торалар. Республикала ойошторолған төрлө интернет-конкурстарға ла видеояҙмаларын ебәреп, әүҙемлек күрһәтәләр.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы апрелдә Сорғот ҡалаһында «Белем» төбәк-ара фестивален ойошторғайны. Унда 100-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан. Робототехника, пилотһыҙ авиация системалары, милли биҙәүестәр эшләү, милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән. Шулай уҡ республиканың юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү буйынса консультация ла ойошторолған. Ҡурай эшләү буйынса Башҡортостандан төрлө конкурстар лауреаты, ҡурайсы, йырсы Рәил Хәсәнов үткәргән оҫталыҡ дәресе лә балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Хатта тылсымлы көй сығарыусы музыка ҡоралын тотоп, уйнап ҡарау өсөн сират теҙелгән. Ул көндө 120 бала ошо дәресте үткән.
– Ғаилә йылына ҡарата балалар араһында «Матур ғаилә – ил күрке» тигән матур конкурс үткәрҙек. Уҡыусылар ғаиләләре менән таныштырырға, шәжәрәләрен төҙөргә, башҡортса музыкаль сығыш әҙерләргә тейеш ине. Баһалама ағзалары итеп ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаларын, йәкшәмбе мәктәбенең тәүге уҡытыусылары Рәхилә һәм Фәрзәнә инәйҙәрҙе саҡырҙыҡ. Балалар ихлас әҙерләнгәйне. Әлбиттә, бында ата-әсәләрҙең дә өлөшө ҙур. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, туған телде һаҡлау өсөн өйҙә балаларыбыҙ менән үҙ телебеҙҙә аралашырға тейешбеҙ, – ти башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлхизә Насирова. Ул үҙе Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан, республикала данлыҡлы Хәсәновтар ғаиләһенән.
Әйткәндәй, быйыл Сорғот ҡалаһынан Вәлиевтар «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» төбәк-ара конкурсында «Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында I урын алды. Лайыҡлы еңеү. Лилиә һәм Урал Вәлиевтар өс ул үҫтерә. Салауат, Камил, Иҙел шатырҙатып башҡортса һөйләшә, шиғыр ҙа һөйләйҙәр, йырлайҙар, бейейҙәр ҙә.
Һәләтле балалар етерлек Сорғотта йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында. «Шатлыҡ» халыҡ бейеү ансамбле уңышлы эшләй (етәксеһе – Лилиә Ғарифуллина, балетмейстеры – Артур Каилмәков). Унда кескәйҙәр ҙә, уҡыусылар ҙа, йәштәр ҙә ҙур теләк менән шөғөлләнә. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштар яулайҙар. Яңыраҡ ҡалала үткән «Амира – 2024» төбәк фестиваль-конкурсында кескәйҙәр төркөмө «Байрам», «Ҡортсолар», «Башҡорт балы» кеүек бейеүҙәрҙе башҡарып, лауреат булған.
Сит өлкәләге милләттәштәребеҙҙең башҡорт телен, милли йолаларыбыҙҙы йәшәтеүе ҡыуаныслы. Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә эшләй сорғоттар. Был йәһәттән, «Тамырым – башҡорт» форумы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Йыл һайын йәйге каникулда төрлө төбәктәрҙән йәш милләттәштәребеҙ Өфөлә ҙур сарала йыйылып, аралаша, фекер алыша, тамырҙарын барлай. Был иһә уларҙағы милли рухты тағы ла көсәйтә, күптәр артабанғы тормоштарын Башҡортостанда дауам итергә теләк белдерә, республиканың белем усаҡтарына уҡырға инә.